24 апрелдә республикабыҙ туристарының тәүге төркөмө Минскиға осто. Сәфәр «Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге» программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла. Улар менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тә осрашты. Республика етәксеһе туристарға уңышлы сәфәр теләне.
Пенсионерҙар һәм хеҙмәт ветерандары Радий Хәбировҡа һәм республика етәкселегенә «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһын тормошҡа ашырған өсөн рәхмәтен белдерҙе. Тыуған төйәгебеҙҙең, башҡа төбәктәрҙең һәм илдәрҙең иҫтәлекле урындары менән танышыу бик ҡыҙыҡлы, тип билдәләне улар. Проект сиктәрендә 2023 йылда Белоруссияға бөтәһе 1,3 меңдән ашыу кеше барыр тип көтөлә.
«Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге» проектында ҡатнашыусыларҙың тәүге төркөмө 46 кешенән тора, улар — Өфөнән, Өфө, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрө, Дүртөйлө һәм Ҡыйғы райондарынан.
«Быйыл беҙ оло быуын кешеләре өсөн «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһын киңәйттек. Республиканан 1,5 -2 мең пенсионер, ветеран Белоруссияның иҫтәлекле урындары менән таныша алыр», — тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.