Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Июнь 2023, 15:41

Кавказ тауҙарының бер түбәһенә Мостай Кәримдең исеме бирелде

Ул Ҡабарҙы-Балҡар бейек тау ҡурсаулығында, Чегем районында урынлашҡан.

Кавказ тауҙарының бер түбәһенә Мостай Кәримдең исеме бирелде
Кавказ тауҙарының бер түбәһенә Мостай Кәримдең исеме бирелде

Кавказ тауҙарындағы исемһеҙ түбәгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исеме бирелде. Рәсәй Хөкүмәтенең ошо хаҡтағы ҡарары 29 июндә илдең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Мостай Кәрим исемендәге түбәнең бейеклеге — 3703 метр. Ул Ҡабарҙы-Балҡар бейек тау ҡурсаулығында, Чегем районында урынлашҡан.

«Ҡарар «Географик объекттарҙың атамалары тураһында» федераль законға ярашлы һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы хөкүмәте тәҡдиме менән, шулай уҡ Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт вәкилдәренең, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың  хәтерен мәңгеләштереү өсөн ҡабул ителде», — тиелә документа.

Тағы ла ике тау түбәһе ҡабарҙы шағиры Алим Кешоков һәм балҡар шағиры Ҡайсын Кулиев исемен алды.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: