Ҡурай
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
30 Октябрь 2018, 19:00

Электромонтер Илдар Билалов профессиональ фотографтарҙан ҡалышмай

Илдар төшөргән Ағиҙел ҡалаһы урамдарына ҡараһаң, үҙеңде әллә ниндәй курортта булғандай хис итәһең

Фотоһүрәт уңышлы килеп сыҡһын өсөн, миҙгелдә туҡтата, композиция, дөрөҫ яҡтылыҡ һайлай белергә кәрәк. Бының өсөн оҫталыҡ, хатта тәбиғи талант кәрәк тип әйтергә лә була. Бөтә сәнғәт төрөндәге кеүек, был сәнғәттә лә автор үҙ зауығына ҡарап нимәгәлер өҫтөнлөк биреүе хас. Шуға ла был көндө, ҡулына фотоаппарат алып, шөғөлө менән хәҙерге сәнғәткә өлөш индергән кешеләрҙе ҡотларға була.
Илдар Билалов һәнәре буйынса электромонтер, ҡалалағы кабель телевидениеһы селтәрен хеҙмәтләндерә. Ул күп нимәләр менән мауығыусан йәш кеше. Элегерәк микроскоп һәм телескоп йыйыу менән булышҡан. Әле лә төрлө конструкциялар төҙөү менән мауыға. Йәй айҙарында балыҡ тотоу, бәшмәк йыйыу менән буш ваҡытын үткәрә, велосипед походтары ойоштора, ҡышын саңғыла йөрөй.
Бына ошолай тәбиғәт ҡосағында йөрөгәндә, балыҡта булғанда матур мәлдәр күҙенә салына, әммә ошондай матурлыҡты иҫтәлеккә ҡалдырырға мөмкинлеге булмай. Шунан беренсе «мыльница» фотоаппаратын һатып ала. Башта пейзажды төшөрөп йөрөй, аҙаҡ деталдәргә иғтибар бирә башлай. Шулай итеп, макротөшөрөү менән мауығып китә.
Технологиялар үҫешеү менән, Илдарҙың фотоаппараттары ла алышынып тора. Әммә ул мода артынан ҡыумай – ябай бюджет хаҡына алынған Canon фотоаппаратына яҡшы объектив өҫтәп, штатив алып ҡуя ла, шул етә. Уның фекеренсә, яҡшы фотоһүрәт эшләр өсөн, ҡиммәтле йыһаз кәрәкмәй, ябайының да функцияларын ҡуллана белһәң, шул да етә. Ҡайсаҡ, ҡул аҫтында фотоаппарат булмағанда, телефонға ла төшөрә. Бер аҙ видеоға төшөрөү менән дә булыша.
Фотоларын Илдар Ағиҙелдә иң популяр булған социаль селтәр төркөмөнә урынлаштыра. Уның альбомдары менән бар ҡулланыусылар ҙа һоҡланалар, оҫталығы, тәбиғәтте күрә белеүенән таң ҡалалар. Шулай булмай ни, ике миллиметр диаметрлы сүп үләне сәскәһе лә уның объективында хозур, иҫ китмәле матур сәскә булып күренә. Ә Ағиҙел урамдарында төшөрөлгән фотоларҡа ҡараһаң, әллә ниндәй курорт ҡалаһында булғандай хис итәһең.
Илдар ҡалала булған сараларҙы төшөрөргә лә ярата. Байрам икән, уның объективына эләккән кешеләр йөҙөндә шатлыҡ, бәхет балҡый, ярыш икән, спортсылар йөҙөндә туплыныу, ныҡышмалыҡ сағыла, ә көйәрмәндәр спортсылар өсөн йәнен бирергә әҙерләге күренә. Бындай фотолар эшләү өсөн иғтибарлыҡ, кеше йөҙөндә кисереште күрә белергә кәрәк.
Мауығыуын төшөмлө кәсепкә әүерелдерергә ашыҡмай Илдар, дуҫтары һорауы буйынса ғына эшләргә әҙер. Әллә шуғалырмы, уның фотоһүрәттәре йәнле һәм йылы кеүек.
Читайте нас: