Яңауыл районы, урындағы дауахана етәкселеге Яңауыл районы мәктәптәрен тамамлаған, хәҙер Өфөлә медицина университетында белем алыусы студенттар менән осрашты.
Бөгөнгө көндә Өфөнөң медицина университетында район мәктәптәрен тамамлаған 50 уҡыусы белем ала.
Буласаҡ табиптар менән һөйләшеү дуҫтарса, йылы мөхиттә үтте.
Илшат Әғзәм улы улы райондың ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, булған проблемалар тураһында һөйләне. Шулай уҡ районға эшкә ҡайтыусы йәштәр өсөн ниндәй ярҙам саралары булыуын аңлатты, тормошҡа ашырылып килгән проекттарҙы әйтеп үтте.
Яңауылдың баш табибы Морад Авзалов райондағы һаулыҡ һаҡлау системаһы, медицина учреждениеларындағы эш шарттары тураһында һөйләне, районға ниндәй белгестәр кәрәклеген еткерҙе.
Осрашыу һуңында Илшат Әғзәм улы был һөйләшеүҙең ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәгенә ышаныс белдерҙе, һәм йәштәрҙең Яңауылға эшкә ҡайтыуын ҡуш ҡуллап көтөп аласаҡтарына ышандырҙы.