2018-2019 йылдар сезонының республика Юниор лигаһы чемпионы, «Зеленка» командаһы быйыл йәй Анапала үткән халыҡ-ара фестивалендә һайлау үтеп, илебеҙҙең баш ҡалаһына Александр Масляков янына юл тотто.
- Беҙ Мәскәүҙә биш көн буйына төрлө һынауҙар үттек, - ти команданың етәксеһе, гимназияның ойоштороусы педагогы Лениза Фәтхетдинова. – Беҙҙең булдыҡлылыҡты тикшерҙеләр: әҙер программаны алыштырып, тиҙ арала яңыны төҙөргә һәләтлебеҙме, юҡмы. Беҙ бөтә һынауҙарҙы ла үттек. Бына, сәхнәлә 26 команда, ә Масляков трибунаһында алты кубок. Кемгә эләгер? Алып барыусы иғлан итте: «Зеленка», Башҡортостан Республикаһы! Владислав Лусников Рәсәй Юниор лигаһының иң яҡшы актеры тип танылды.
Командала ете уҡыусы, иң кесеһе беренсе класта уҡый, иң өлкәне – етенселә. Бына уларҙың исемдәре: Тимур Ғайсин, Әмир Мәрүәров, Альбина Ғалимова, Фәриҙә Разетдинова, Әлфинә Камалетдинова, Артем Тимерәйев, Владислав Лусников.
Бына ошо ете малай һәм ҡыҙ Мәскәүҙә Башҡортостан данын яҡлап, ҙур ҡаҙаныштар яулап ҡайтты. Улар хәҙер киләһе ярыштар тураһында хыяллана. Әлбиттә, бының өсөн, яҡшы уҡыуҙан тыш, матди ярҙам да кәрәк.
Фотола: Влад Лусников - Рәсәй КВН Юниор лигаһының иң яҡшы актеры.