Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
2 Ғинуар 2020, 22:25
Ағиҙелдәр вәғәҙә биреп йүгерҙеләр
Яңы 2020 йылдың беренсе көнөн ағиҙелдәр спорт сараһы менән үткәрҙе: ҡалала “Вәғәҙә биреп йүгереү” акцияһы үтте. Был сараны Йәштәр советы ойошторҙо.
Бөтә донъя “Вәғәҙәләр биреп йүгереү” акцияһы алтынсы тапҡыр үткәрелә. Уны башлап ебәреүсе – дөрөҫ йүгереү мәктәбенә нигеҙ һалыусы Владислав Литвинчук. Йыл һайын 1 ғинуарҙа меңәрләгән кеше «I Love Running» («Мин йүгерергә яратам») флагы аҫтында йүгерергә сығалар. Акцияның асылы шунда: унда ҡатнашыусылар номер яҙылған күкрәклеккә яңы йылда башҡарырға кәм тигәндә бер вәғәҙә яҙа һәм дистанцияны теләгән темпта үтә. Әгәр ҙә кеше вәғәҙә биреп, 1 ғинуарҙа йүгерергә сыға икән, йыл әйләнәһенә уға маҡсаттарына ирешергә ҡамасаулыҡ булмаясаҡ тип һанала. Аҙаҡ вәғәҙә яҙылған номерҙы йыл буйына иҫтәлек итеп һаҡларға була.
Ағиҙелдәр символик дистанция – 2020 метр йүгерҙе. Акцияла Ҡала советы депуттары, Йәштәр советы ағзалары, ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, сәләмәт тормош яҡлы булған йәштәр ҡатнашты.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан