Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
8 Ғинуар 2020, 22:35

Ағиҙелдә яңы йыл ғаилә уйындары тамамланды

Бөтә мөғариф учреждениеларында спорт саралары һәм ғаилә эстафеталары үтте. 18 ғинуарҙа Өфөлә Ағиҙел ҡалаһының намыҫын Әхмәтшиндар ғаиләһе яҡлаясаҡ.

Фестиваль ҡалала 3 ғинуарҙа башланды. Ғаилә командалары һәм бөтә теләүселәр һырғалаҡта ярышты, шашка һәм шахмат бәйгеләрендә ҡатнашты, волейбол һәм баскетбол ярыштарында көс һынашты. Уйындар махсус эстафеталар менән тамамланды.
Фестиваль шарттары буйынса ҡалаларҙан килгән командалар составында атай менән әсәй һәм 3-4 класта уҡыған бала булырға тейеш. Ярыштар эстафеталар формаһында үтәсәк.
Читайте нас: