Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
21 Ғинуар 2020, 22:50

Ағиҙелдә «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы» КВН уйыны үтте.

Ағиҙелдә КВН уйындарын бик яратлар. Йыл һайын юл хәүефһеҙлегенә бағышланған КВН уйыны ваҡытында ҡала мәҙәниәт йортоноң залы тамашасылар менән тула.

Быйыл да КВН-да өс команда ҡатнашты: беренсе мәктәптең командыһы - «Number one», икенсе мәктәптеке - «Блэк Джэк», башҡорт гимназияһының командаһы «Неформат» тип аталды.
Уйын өс бәйгенән торҙо: команданың «визитка»һы, капитандар конкурсы һәм «Фристайл». Уйындың йомғағы: беренсе урынды беренсе мәктәп командаһы яуланы, икенсе урында – икенсе мәктәп, өсөнсө урында – башҡорт гимназияһы командаһы.
Уйындар барышында юл хәүефһеҙлеге темаһына бағышланған плакаттар конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Аҙаҡ балаларға ҡағиҙәләр яҙылған памяткалар таратылды.
Фотола: еңеүсе команда - «Number one».
Читайте нас: