Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
21 Ғинуар 2020, 21:50

Ағиҙелдән Әхмәтшиндәр ғаиләһе яңы йыл ғаилә уйындарынан ҡайтты

6 ғинуарҙа Ағиҙелдә үткән ғаилә уйындарында Әхмәтшиндәр ғаиләһе еңеп, 18 ғинуарҙа Өфөлә үткән республика финал уйындарында ҡатнашып ҡайттылар.

Радик менән Эльвира Әхмәтшиндәр икеһе лә еңел атлетика менән мауыға. Йәш ғаиләлә өс бала төрбиәләнә. Өлкән улдары Азамат 4 класта уҡый, еңел атлетка ярыштарында уңышлы сығыш яһай. Уртансы улдары Ильназ джиу-джитсу менән мауыға, бер йәшлек Аделина әле беренсе аҙымдарын ғына яһай.
Республика финалында Әхмәтшиндар еңә алмаһа ла, улдары Азаматтың бөтә эстафеталарҙа ла беренсе килеүе командаға республиканың биш иң яҡшы ғаиләһе иҫәбенә инергә ярҙам итә.
Ярыштарҙан ҡайтҡас, Әхмтшиндар тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
- Етмеш команда ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, уйындар бик яҡшы ойошторолған ине. Ярыштар бик күңелле үтте. Бүләктәр ҙә оҡшаны: өҫтәл футболы, календарь, планетарий һәм ҡурсаҡ театрына сертификаттар бирҙеләр. Рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ!
Читайте нас: