Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
25 Ғинуар 2020, 13:00

БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН, ХӨРМӘТЛЕ СТУДЕНТТАР!

Студенттарға уҡыуында уңыштар, сессия ваҡытында хәйләкәрлек, холодильнигы буш булмауын, дуҫтарынын ышаныслы һәм ярҙамсыл булыуын теләйбеҙ.

Ғинуар айында билдәләнгән студенттар байрамының үҙ тарихы бар.
1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто – Мәскәү университетына нигеҙ һалына. Ошо көндән башлап студенттар уны үҙенең байрамы тип һанай, был көндө кисәләр, тантаналы саралар, күңел асыуҙар ойоштора.

2005 йылда байрам дәүләт кимәлендә рәсмиләштерелеп, Президент Владимир Путин 25 ғинуарҙы Рәсәй студенттары көнө итеп билдәләү Указына ҡул ҡуя.


Студент йылдары – кешенең романтика менән һуғарылған ҡабатланмаҫ йәшлек осоро ғына түгел, ә үҙ аллы тормош һабаҡтары туплау мәле.
Читайте нас: