Башҡортостанда абитуриенттарҙы республика юғары уҡыу йорттарына йәлеп итеү буйынса эштәр башҡарыла. Республикала һәнәр алған йәштәр өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырырға тырышалар: уңайлы уҡыу кампустары ойошторола, стипендиялар түләнә.
Ә ситкә китеп белем алған студенттарға яҡташтар берекмәләренә ҡушылырға тәҡдим итәләр. Мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек мегаполистарҙа ундай йәмәғәт ойошмалары бар. Бында ауыр тормош шарттарына эләккән студенттарға ярҙам итәләр, иң мөһиме – туған республика менән бәйләнеште һаҡлайҙар.
Осрашыу барышында Ағиҙелдән сыҡҡан студенттарҙы социаль селтәрҙәрҙә берләштергә булдылар. Унда төрлө мәғлүмәт һәм тәжрибә менән уртаҡлашырға мөмкинлек буласаҡ. ”Бәйленештә” социаль селтәрендә төркөм булдырыу эшен мәғариф бүлеге башлап ебәрә, аҙаҡ әүҙемерәк йәштәр ҙә ҡушылып, пабликтың администраторҙарҙы булып китерҙәр, тигән пландар бар.
Шулай уҡ осрашыу барышында һөнәр һайлау тураһында һүҙ ҡуҙғаттылар. Мәктәптә уҡыған йәштәр ни тиклем иртәрәк һөнәрен һайлай, шул тиклем уңышлыраҡ уҡырға инә, белгеслеге буйынса эшләйәсәк.
Ҡала хакимиәте абитуриенттарға маҡсатлы юлланмалар менән ярҙам итә ала. Бөгөнгө көндә, мәҫәлән, табиптар һәм уҡытыусылар етмәй. Шулай уҡ муниципалитет Ағиҙелгә эшкә ҡайтырға ниәтләгән һуңғы курстарҙа уҡыған студенттарға матди ярҙам күрһәтеү юлдарын да ҡарай.