Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
6 Февраль 2020, 22:06
Ағиҙелдәр Николо-Березовкала уңышлы сығыш яһаны
Краснокама районыны үҙәге – Николо-Березовкала “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” КВН уйынының ярым финалы үтте. Ағиҙел ҡалаһы намыҫын 1-се мәктәп командаһы яҡланы.
Беренсе конкурс йола буйынса командалар менән танышыуға бағышланған ине. “Визитка”ларҙың темаһы – “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә курс тот!” тип аталды. “Нисек ЮХДДИ инспекторы булырға” тип аталған конкурста капитандар юл ҡағиҙәләрен белеүҙә көс һынашты. Өсөнсө конкурс иң ҡыҙыҡлыһы булды. “Башлаусы водителдәр өсөн тест-драйв” конкурсында командалар үҙҙәренең башҡарыу маһирлығын күрһәтә алды.
Гран-приҙы Нефтекама ҡалаһы командаһы яуланы, ә ағиҙелдәр беренсе урында булды. Ошо ике команда Өфөгә финалға барасаҡ.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә башҡорт гимназияһының “Зеленка" КВН командаһы Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй Юниор-лигаһының ярым финалында һынауҙар үтә. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан