Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
16 Февраль 2020, 20:51

Ағиҙелдә Мөхәббәт көнөн үҙенсәлекле билдәләнеләр

14 февраль – Мәхәббәт көнөндә - Ағиҙелдә ғәҙәттән тыш спорт сараһы үтте.

Йәштәр Советы һәм «Йәш гвардия» ойошмаһы «Йылдың иң мөхәббәтле йүгереү» ярышын ойошторҙолар. Старт урыны итеп Мөхәббәт баҫмаһы янындағы майҙансыҡ һайланды. Башта валентинкалар менән биҙәлгән йөрәк арт-объекты янында фотоға төштөләр. Аҙаҡ ойоштороусылар сарала ҡатнашыусыларға барыбыҙға ла билдәле булған «Love is» һағыҙының ҡушымта битендәге кеүек һүрәттәр тараттылар. Унда маркер менән «Мөхәббәт ул... » һөйләмен дауам итеп яҙырға кәрәк ине.
Был уйындан һуң старт иғлан ителде. Әлбиттә, шәп итеп йүгереп булманы, сөнки сараға төрлө йәштәге кешеләр, шулай уҡ кескәй балалары менән йәш әсәйҙәр ҙә килгәйне.
Финиш Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең һырғалағында булды.Унда сарала ҡатнашыусыларҙы флешмоб, татлы приздар, йәш гитаристар башҡарыуында тере музыка көтә ине. Шулай барлыҡ теләүселәр ҙә һырғалаҡта бер сәғәт бушлай шыуа алды.
Читайте нас: