Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
5 Март 2020, 23:43

Ағиҙел йәштәре фонтан тураһында хыяллана

Ағиҙелдең Йәштәр советы ҡаланы төрлө арт-объекттар менән биҙәү өҫтөндә әүҙем эшләй. Йәштәрҙең яңы проекты – ҡалала фонтан төҙөү.

Был хыялды тормошҡа ашырыу өсөн улар бағыусылар эҙләп кенә ҡалмай, үҙҙәре лә шәфҡәтлек саралары үткәреп тора. 23 февраль һәм 8 март байрамдары алдынан улар ағиҙелдәр яратып өлгөргән «КВИЗ» уйындарын үткәрҙе. Йола буйынса, уйындар «Метелица» кафеһында үтә.
Февраль уйынында ете команда ҡатнашҡайны, март уйынында – алты. «Библио-бал ҡорттары», «ОгниВО!», «Друздең дуҫтарының дуҫтары», «Ирискалар», «Йәш гвардия» – был командалар КВИЗ уйынында йыш ҡатнашыусылар. Март уйынында бухгалтер ҡыҙҙар ойошторған «Активтар» командаһының беренсе уйыны уңышлы булды – өсөнсө урынды алдылар.
«Огни Агидели» гәзите редакцияһы туплаған «ОгниВО!» командаһы февраль уйынында еңеүсе булһа, мартта икенсе урында булды.
Шулай уҡ гел гүзәл заттарҙан ғына торған «Әйткәйнем бит! » командаһы беренселекте яуланы. Нефтекама ҡалаһына барып уйнап. ҙур тәжрибә туплаған команда менән көс һынашыуы еңел түгел шул!
Уйындарҙа ҡатнашыусылар фонтан булдырыу хыялын тормошҡа ашырыу өсөн үҙҙәре теләп аҙ ғына булһа ла аҡсалата ярҙам итә. Шулай итеп, кафела уйын өҫтәле артында ултырыу файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла. Киләһе уйындарға рәхим итегеҙ!
Читайте нас: