Ҡурай
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
23 Май 2020, 17:20

Йәштәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра?

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова “Тиңдәрсә һөйләшеү” федераль проекты сиктәрендә социаль селтәрҙәге тура эфирҙа республика йәштәре менән аралашҡан.

Диалогта барыһы 90-ға яҡын ҡыҙ һәм егет ҡатнашты. Улар араһында йәш эшҡыуарҙар ҙа, үҙ эшен яңы асырға теләүселәр ҙә бар ине. Диалогтың модераторы республиканың эшҡыуалыҡ һәм туризм буйынса йәштәр министры Азамат Байрамғолов булған, тип хәбәр итә республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Римма Бойцова хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Башҡортостанда анализ яһауы, һөҙөмтәлә йәштәр хыялланған вакансияларҙың береһе дәүләт хеҙмәте һәм дәүләт корпорацияларында эшләү икәнлеге хаҡында әйткән. “Иң тәү сиратта маҡсатыбыҙ – республикала шарттар һәм уңайлы инвестиция климатын булдырыу”, – тип әйткән комитет рәйесе. Ул шулай уҡ республика инфраструктураһының йәш эшҡыуарҙар өсөн мөмкинлектәр менән бергә үҫеше, технопарктарҙың, коворкингтарҙың барлыҡҡа килеүе хаҡында белдергән.
“Сколково” техник паркы резиденты булырға теләп һорағандарға Римма Бойцова: “Әле үк Өфөләге Тыныслыҡ урамындағы 14-се йортта урынлашҡан коворкинг-үҙәккә саҡырабыҙ. Бында барыһы ла заманса”, – тип белдергән.
Әйткәндәй, “Тиңдәрсә һөйләшеү” студент клубтары – Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ проекты. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указдарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән “Социаль әүҙемлек” федераль проектының “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
  • Читайте нас: