Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
19 Август 2020, 17:01
Ағиҙелдә йәштәр форумы үтте
Форумға йыйылған йәштәр көнүҙәк проблемаларҙы тикшерҙеләр.
Ирекмәндәр берләшмәһе етәксеһе Татьяна Зимина март аҙағында ойошторолған штаб эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Коронавирус пандемияһы башланғас, ирекмәндәрҙең эше күпләтә артты. Улар өйҙән сыға алмаған өлкән йәштәгеләргә ярҙам итте: кибеттәрҙән аҙыҡ-түлек, аптекаларҙан дарыуҙар ташыны, килгән квитанциялар буйынса аҡса түләне һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтте. Бөгөнгө көндә иң әүҙем эшләгән ирекмәндәр һаны егермегә яҡын.
Ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов менән түңәрәк өҫтәл барышында йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар, ҡала тормошон, йәштәрҙең йәшәү рәүешен яҡшыртыу өсөн үҙҙәренең тәҡдимдәрен ишеттерҙеләр.
Осрашыуҙың рәсми өлөшөнән һуң Йәштәр Советы «Квиз» интеллектуаль уйынын үткәрҙе.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан