Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
17 Октябрь 2020, 19:19

«Йәшлек-шоу» таланттарҙы асты

Ағиҙелдә Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайыш зонаһы йәштәре араһында «Йәшлек-шоу» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең һайлап алыу этабы үтте. Конкурс Бөтә Рәсәй кимәлендә үтә, унда башҡорт телендә йырлаған 16 йәштән 30 йәшкә тиклем йәштәр ҡатнаша ала.

Кастингыла Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Яңауыл, Ҡалтасы, Краснокама, Илеш, Дүртөйлө райондарынан йәш башҡарыусылар көс һынашты. Ағиҙелдән конкурста Гөлназ Камалиева менән Линар Шәрипов ҡатнашты.
Жюри составында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин, йырсы, композитор һәм аранжировщик Раил Өмөтбаев бар ине. Беренсе урынды Нефтекаманан Әлиә менән Әлмир Рәшитовтар яуланы, икенсе урынды Яңауылдан Айһылыу Дускаева алды, өсөн урынды жюри Нефтекама ҡыҙы Әлиә Низамоваға бирҙе. Еңеүсе һәм призерҙар аҡсалата премияға лайыҡ булдылар, беренсе урын өсөн – 10 мең һум, икенсегә – 7 мең, өсөнсөгә – 5 мең һум аҡса бирелде.
Конкурстың гала концертын Өфөлә 20 ноябрҙә үткәрергә планлаштырыла. Унда еңеүсе өсөн төп приз – 300 мең һум, икенсе урын алыусыға – 200 мең, өсөнсө урынға – 100 мең һум ҡаралған.
Читайте нас: