Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
3 Март 2021, 23:16

Ағиҙелдә һылыуҡайҙар конкурсы үтте

Конкурсты ҡаланың Йәштәр советы ойошторҙо. «Мисс Ағиҙел - 2021» титулы өсөн биш ҡыҙ көрәште.

2 мартта «Ағиҙел» спорт һәм ял итеү үҙәге сәхнәһендә үткән конкурс һылыулыҡ, талант һәм ижад байрамына әүерелде. Бәйгелә биш ҡыҙ ҡатнашты: 1-се мәктәптең 10 класс уҡыусылары Регина Мутиғуллина менән Лиана Закирова, 2-се мәктәптең 9 класс уҡыусыһы Настя Федорова, юғары уҡыу йортоноң 1-се курсы студенты Резеда Муллағәлиева һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалы педагогы Янина Волхонская.
Ҡыҙҙар биш конкурста һынау үтте. Иң башта үҙҙәре менән таныштырып, дефиле конкурсында ҡатнаштылар.
Икенсе конкурста интеллектуаль һәләттәрен күрһәттеләр, ҡыҙыҡлы һәм хәйләле һорауҙарға тапҡыр яуаптар ҡайтарырға тырыштылар.
Өсөнсө конкурс «Минең һәләттәрем» тип аталды. Ҡыҙҙар бейене, йырланы, шиғыр уҡыны, үҙҙәре төшөргән фильм күрһәтте. Янина Волхонскаяға бейеү-акробатик номерын күрһәтергә студенттар ҙа ярҙам итте.
Дүртенсе конкурста Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәрендә дефиле булды.
Иң аҙаҡы конкурста аш-һыу оҫталығында көс һынаштылар. Ҡыҙҙарҙың береһе заманса торт бешерһә, икенсеһе милли ризыҡ – бәлеш, өсөнсөһө сәк-сәк бешереп алып килде.
Жюри ағзалары баһа ҡуйған арала тамашасы алдында «Иҙел» мәҙәниәт йорто ансамблдәре һәм солистары сығыш яһаны. Конкурсты алып барыусы Илнур Шәүәлиев та залдың иғтибарын яуланы.
Еңеүсе берәү генә булғанлыҡтан, ҡыҙҙар номинацияларҙа бүләкләнделәр. «Иң һоҡландырғыс» тип Регина Мутиғуллинаны атанылар, «Иң һәләтле һылыуҡай» тип Лиана Закирова танылды. «Элегант һылыуҡай» номинацияһында Резеда Мәллағәлиева еңде, «Үҙенсәлекле һылыуҡай» исеме Настя Федороваға бирелде. «Мисс Ағиҙел-2021» титулын һәм еңеүсе тажын Янина Волхонская яуланы.
Читайте нас: