Ҡурай
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
26 Март 2021, 17:40

Ағиҙелдә йәштәрҙең "PRO-движение" форумы үтте

Йыл һайын был форумда йәштәр үҙҙәренең отошло һәм файҙалы проекттары менән уртаҡлаша. Быйыл да улар актуаль темалар һайлаған.

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалы II курс студенты Айҙар Солтанов проектын #ДышиSTOPВейпинг тип атаған. Ул йәштәр араһында киң таралған насар ғәҙәт - электрон сигареттар менән көрәшеү юлдарын тәҡдим итте.
1-се мәктәп 10 класс уҡыусыһы Регина Мутиғуллина социаль селтәрҙәрҙең йәштәр тормошона йоғонтоһон өйрәнгән.
Волонтер Марат Хөснөтдинов йәштәргә үҙенең «Йыл персонаһы» проекты тураһында һөйләне, проект эшмәкәрлеге буйынса файҙары кәңәштәрен бирҙе.
Шулай уҡ был йыйында «Рәсәй Үлемһеҙ полкы» акцияһында ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралды. Сарала ҡатнашыусыларға виртуаль күҙлек күрһәттеләр. Виртуаль проект «Билдәһеҙ байраҡсы» тип атала, ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған. Смартфонға РИА.Lab ҡушымтаһын ҡуйып, совет һалдаттарының Рейхстагҡа Еңеү байрағын ҡаҙауын виртуаль ысынбарлыҡта күҙәтергә була.
Читайте нас