Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
5 Апрель 2021, 21:40

Ағиҙелдәр КВН уйнаны

1 апрелдә Йәштәр Советы ойошторған КВН уйыны Таҙалыҡ һәм оҙон ғүмерлелек йылына бағышланды. Ул «Сәләмәт тәндә – сәләмәт көлөү» тип аталды.

Уйында дүрт команда ҡатнашты. 5-се балалар баҡсаһының командаһы «Ридикюль» тип аталды, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған 1-се балалар баҡсаһы командаһы «Crazy women» исемле ине. «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе педагогтары берләшеп «Бодрячком» командаһын ойошторҙо, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ управлениеның «ЖКХ витаминдары» тип аталған командаһының быйыл дебюты булды.
Уйынды Нефтекама ҡалаһының «Нефтик» КВН командаһы ағзаһы Тимур Гахраманов алып барҙы.
Уйын дүрт этаптан торҙо. «Визитка» этабында командалар көнүҙәк темаларға шаяртты. Капитандар ярышында командаларҙың лидерҙары бер-береһенә ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе. «Биатлон» этабында һәр түңәрәк әйләнәһендә командалар берәр шаян әйтем менән «атты», жюри шаярта алмаған команданы уйындан сығарып торҙо. Аҙаҡта ике команда ҡалғас, улар алып барыусының һорауына тапҡыр яуап эҙләнеләр.
«Өйгә эш» – музыкаль бирем ине. Командалар сәйәсәт, көнкүреш, сәләмәт тормош алып барыу, диеталар тураһында шаян постановкалар күрһәтте.
Жюри ағзалары уйынға йомғаҡ яһап, һәр команданың ныҡлы әҙерләнгәнен, тапҡыр һәм шаян сығыштарынан ҡәнәғәт ҡалыуҙарын белдерҙеләр, урындар бирмәйенсә, номинациялар менән бүләкләнеләр. «Crazy women» «Креативщиктар» номинацияһында билдәләнде. «ЖКХ витаминдары» «Уңышҡа табан юл алған» булып сыҡты, «Бодрячком» командаһын «Йәшерен резервтар» тип аталды. Ә инде «Ридикюль» командаһы «Юғары пилотаж» күрһәтеп, КВН уйыны кубогын яуланы.
Читайте нас