Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
18 Май 2021, 11:43

Ағиҙелдә «Виват, Рәсәй!» фестиваль-конкурсы үтте

Йола буйынса был фестиваль Еңеү байрамы алдынан үтә ине, быйыл коронавирус сикләүҙәре арҡаһында сара 14 майға күсерелде.

Конкурста дүрт команда ҡатнашты: «Варяг» тип аталған Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалы командаһы, 1-се мәктәптең «Витязи» командаһы, 2-се мәктәптең «Виктория» командаһы һәм башҡорт гимназияһының «Патриоттар» командаһы.
Фестиваль строевой әҙерлек һәм марш йырынан башланды. Беренсе конкурста «Варяг» командаһы алға сыҡты.
Тамашасыларҙың иң яратҡан конкурсын – «визит карточкаһын» күрһәткән өсөн быйыл жюри балдар бирмәне, номинацияларҙа бүләкләне. Бөтә командалар ҙа традицион мини-трилогия күрһәтте – «һуғыш алдынан», «һуғыш» һәм «еңеү».
Ҡалған һынауҙарҙа командаларҙың айырым ағзалары ҡатнашты. Санитар әҙерлек, граната атыу, гер күтәреү, йүгереү, автомат һүтеп йыйыу, пневматик винтовканан атыу, турникта күтәрелеү – бар конкурстарҙа ла еңеү өсөн егеттәр һәм ҡыҙҙар бөтә көстәрен һалды. Иң ҡыҙыҡлы сара – арҡан тартышыу - һуңғы конкурс булды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүҙе «Варяг» яуланы, икенсе урында – «Витязи», өсөнсөлә «Виктория» булды.
А. Андросенко фотоһы.
Читайте нас: