Ағиҙелдә “Юнармия” ойошмаһы 2007 йылда барлыҡҡа килә. Башта уның менән Олег Зимин етәкселек итә, бөгөнгө көндә ойошманы ҡала хакимиәте эштәре управляющийы Алексей Шурупов етәкләй. Һәр мәктәптә ойошманың ячейкалары булдырылған.
2-се мәктәптә юнармиясылар менән физкультура һәм ОБЖ уҡытыусыһы Альбирт Ниғәмәтуллин шөғөлләнә.
Регина - уҡыу алдынғыһы, ҡалала үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы. Ҡыҙ спорт менән шөғөлләнергә ярата, шулай уҡ хәрби әҙерлеккә лә өҫтөнлөк бирә. 2021 йылдың март айында Рәсәй йәштәре союзы сафтарына алынды. Үткән уҡыу йылында Регина ОБЖ фәне буйынса ҡала олимпиадаһында еңеүсе булды.
Ренат “Юнармия” сафтарына 7-се класта уҡығанда уҡ ҡушыла. Шул уҡ йылда Мәскәүҙә ошо ойошманың съезында ҡатнаша. Йыл һайын “Виктория” командаһы составында ҡалала үткән “Виват, Рәсәй!” хәрби-патриотик конкурс-фестивалдә ҡатнаша. Ренат шулай уҡ спорт менән шөғөлләнергә ярата, баскетбол менән еңел атлетикаға өҫтөнлөк бирә.
- Мин “Юнармия” ағзаһы булыуым менән ғорурланам, - ти ул. - Илһөйәрлек минең өсөн юғары пафослы һүҙ түгел, ә мин көндәлек эшләгән эштәр: мәҫәлән, мәктәбем, ҡалам намыҫын яҡлап төрлө сараларҙа ҡатнашыу, кесе иптәштәремә үрнәк булыу.