Ҡурай
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
12 Декабрь 2021, 16:36

Паспортлы булдылар

Ағиҙелдә йыл һайын   Рәсәй һәм Башҡортостан Конституциялары көндәренә  арнап тантаналы рәүештә паспорт тапшырыу сараһы үтә. Быйыл был байрамға 15 ҡыҙ һәм егет саҡырылды.

Паспортлы булдылар
Паспортлы булдылар

Паспорттарҙы тантаналы рәүештә ҡала хакимиәте башлығының  социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илүс Ялашев тапшырҙы.

Церемония алдынан уҡыусылар гражданлыҡ темаһына викторина һорауҙарына яуап бирҙе.

Балаларҙы шулай уҡ Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Ринат Ғарипов ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.  

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: