Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
14 Апрель 2022, 15:39

«Һаулыҡ – ҙур байлыҡ»

Ҡалтасы мәктәбендә ошо девиз менән һаулыҡ көнөнә бағышланған олимпиада уйындары үтте. Был матур сараға Башҡортостан республикаһының Дәүләт йыйылышы депутаты Тамара Тансыккужина ҡунаҡҡа килде.

«Һаулыҡ – ҙур байлыҡ»
«Һаулыҡ – ҙур байлыҡ»

8 апрелдә Ҡалтасы 1-се һанлы мәктәбендә «Һаулыҡ – ҙур байлыҡ» исемле девиз менән һаулыҡ көнөнә бағышланған олимпиада уйындары үтте. Был олимпиада уйындары Ҡалтасы районының Оло Туғанай ауыл халҡының «Айыҡ ауыл -2021» республика конкурсы этабында ҡатнашыу тарафыннан үткәрелде.

Һаулыҡ көнөнә арналаған оло сараны район йәштәр комитеты бүлеге һәм спорт комплексы үҙәге етәкселәре, Оло Туғанай ауылының әүҙем халҡы ойошторолдо. Был матур сараға Башҡортостан республикаһының Дәүләт йыйылышы депутаты Тамара Михайловна Тансыккужина ҡунаҡҡа килде. Тамара Тансыккужина сарала ҡатнашыусыларҙы спорт көнө менән тәбрик итте һәм байрам көнө менән ҡотланы.

Һаулыҡ көнөнә арналған олимпиада спорт уйындары Ҡалтасы йәштәр комитетының бейеү флешмобы менән асылып, байрам башланып китте. Һәр ҡатнашыусы үҙ майҙансыҡтарына юлланды. Барыһы өс майҙансыҡ эшләне: шашкала уйнау турниры майҙансығы, тхэквондо майҙансығы һәм «Шаян спорт уйындары».

Шашкала уйнау турнирынад уҡыусылар бик актив ҡатнашты. Һәр береһе үҙенең ижади һәләтен күрһәтте. Унда барыһы 24 уҡыусы ҡатнашты. Шашка турниры олимпийский системаһы буйынса ойошторолдо. Уйын башында йәш шашкала уйнаусыларға Тамара Тансыккужина яҡшы кәңәштәр бирҙе. 

Спорт байрамы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтте. Һәр ҡатнашыусы үҙенә яңынан-яңы дуҫтар тапты һәм үҙ көстәрен һынаштылар. Олимпиада уйындары  еңеүселәрҙе ҡотлау һәм тәбрикләү менән тамамланды.

«Һаулыҡ – ҙур байлыҡ»
«Һаулыҡ – ҙур байлыҡ»
«Һаулыҡ – ҙур байлыҡ»
Автор:Лилия Давлетова
Читайте нас: