Ошо көндәрҙә Ҡалтасыла “Мин – Ҡалтасы районы ирекмәне” тип исемләнгән конкурс үтте, унда райондың өс мәктәбенән һигеҙ ҡатнашыусы иң яҡшы ирекмән исеменә көс һынашты.
Уларҙың барыһы ла - әүҙем тормош позициялы, яҡшы ниәтле һәм изге йөрәкле балалар.
Сара барышында ирекмәндәрҙең һәр береһе үҙе менән таныштырҙы, ни өсөн һәм нисек ирекмәнлеккә килеүе, уға ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү нимә биреүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ ирекмәндәр хәрәкәтен популярлаштырыу буйынса мотивация ролигы һәм, әлбиттә, ижади номер күрһәтелде.
Бөтә конкурстар йомғаҡтары буйынса Ҡалтасы 1-се мәктәбе уҡыусыһы Элина Матвеева Ҡалтасы районының йыл ирекмәне исеменә лайыҡ булды.
Сығанаҡ: "Калтасинская заря".