-11 °С
Болотло
2024 йылдың февраль-мартында Рәсәйҙә Бөтә донъя йәштәр фестивале ойошторола. Шаршамбы президент Владимир Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.
Хөкүмәткә өс ай эсендә сараға әҙерләнеү, шулай уҡ финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде. Уларға киң мәғлүмәт сараларында фестивалде яҡтыртыуҙа ла ярҙам күрһәтергә кәрәк.
Документта шулай уҡ сараға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды. Уны Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко етәкләй.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.