«Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы асфальт түшәү, ҡоймалап алыу, яҡтылыҡ урынлаштырыу кеүек эштәрҙе үҙ эсенә ала. Бындай эштәр Тәтешле районы Шулған ауылында ла старт алды. Ауыл халҡының теләге менән Үҙәк майҙанды төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Бындағы таушалған иҫке тротуарҙар урынына яңыһы түшәлеп, иҫке ҡоймалар металдан яһалғанына алмаштырыласаҡ. Шулай уҡ территорияны яҡтыртыу, эскәмйәләр, сүп һауыттары урынлаштырыу ҙа ҡаралған.
Июнь аҙағында был майҙанда шау-гөр килеп Йәштәр көнө үтте. Байрамға килеүселәр туйғансы ял итеп, уйын-конкурстарҙа ҡатнашты. Сарала Илһам һәм Сулпан Сәхәүетдиновтарҙың никахтары теркәлде. Йәш ғаилә барлыҡҡа килеүе Шулған ауылы халҡы өсөн айырыуса ҙур һөйөнөс булды.