Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
12 Октябрь 2018, 14:29

Рөстәм Хәмитов вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика граждандарына мөрәжәғәт итеп, вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте.

«Хөрмәтле республика халҡы! Хөрмәтле коллегалар! Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһында минең эшем тамамлана. Мин Рәсәй Федерацияһы Президентына мине оставкаға сығарыу үтенесе менән мөрәжәғәт иттем, — тиелә белдереүҙә. — Был минең шәхси ҡарар. Ул бар яҡтан да уйлап ҡабул ителгән. Сәбәбе шунда: мин 2019 йылда республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләнмәйем, ҡануниәткә ярашлы ошондай мөмкинлегем булһа ла. Минең ҡарашҡа, оло йәштәге төбәк етәкселәре эшмәкәрлеген тамамлау тураһында ҡарарҙы ваҡытында ҡабул итергә һәм, өҫтән йәки аҫтан бер ниндәй баҫымһыҙ йәки ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле түгел, ә уйлап һәм бәхәс-низағһыҙ, лайыҡлы китергә тейеш.
Башҡортостан кеүек, Федерация субъекты башлығы эше ҙур тырышлыҡ, көс, яңы идеялар талап итә. Бындай эшкә тәү сиратта яңы, йәш быуындың көсө етә. Хәҙерге донъяла үҙгәрештәр тиҙ бара, уларға, шул иҫәптән кадрҙар сәйәсәтенә ярашлы булырға кәрәк.
Ни өсөн мин яҙын түгел, ә хәҙер отставкаға сығырға булдым? Яңы командаға эш менән танышыу, республика халҡы алдында авторитет яулау, 2019 йылдың сентябрендә уҙасаҡ һайлауҙарға әҙерләнеү өсөн ваҡыт кәрәк. Әле уҡ киләһе алты йылға ил Президенты ҡуйған бурыстарҙы үтәү буйынса эште төҙөү мотлаҡ. Республикала күсәгилешлекте һәм тыныслыҡты һаҡларға кәрәк.
Хөрмәтле ватандаштар!
Һеҙгә һигеҙ йыл буйына эшемдә тойғам ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Минең өсөн халыҡ мәнфәғәте һәр ваҡыт өҫтөн булды. Мин кешеләр, һеҙҙең өсөн эшләнем, хөрмәтле республика халҡы. Намыҫлы хеҙмәт иттем һәм бер ҡасан да үҙемә закондар сиген үтергә мөмкинлек бирмәнем.
Имеш-мимештәр, ҡайһы берҙә ялған яңылыҡтар һәр ҙур етәксене эҙәрләй. Донъя шулай ҡоролған һәм уны бер нимә эшләтеп булмай. Әммә мин эшмәкәрлегемдә тик намыҫлылыҡҡа, ғәҙеллеккә һәм яуаплылыҡҡа таянып эш иттем.
Һәр республикала йәшәүсене, уның фекерен, хоҡуҡтарын ихлас ихтирам итәм. Был минең эш асылым. Күптәрегеҙ менән шәхсән йәки йыйылыштарҙа, форумдарҙа, байрамдарҙа осраштым. Миңә һеҙҙе күреү, тыңлау һәм һеҙҙең менән аралашыу һәр саҡ бәхет килтерҙе. Мин һәр саҡ һеҙҙең изге һүҙегеҙҙе һәм ярҙам итеү теләгегеҙҙе, һеҙҙең ярҙамсыл һәм асыҡ булыуығыҙҙы ҡәҙерләнем.
Ошо эш тамамланғас та мин осрашыуҙар, әңгәмәләр һәм бәйләнештәр өсөн асыҡ булам. Минең фекерем йәки кәңәшем кәрәк булһа, ҙур ҡыуаныс менән уртаҡлашырмын. Осрашыуҙар кәрәк булһа, саҡырығыҙ – килермен.
Мин дөрөҫ эшләйем тип уйлайым. Башҡортостан – иҫ киткес республика. Ғөмүмән әйткәндә, тыуған яғым мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү мөмкинлегем булған өсөн бәхетлемен.
Күп нәмәләр эшләнде, әммә алда яңы маҡсаттар һәм бурыстар. Һеҙгә барыһы өсөн дә рәхмәт. Мин бөтәгеҙҙе лә хөрмәт итәм һәм яратам. Рәхмәт!»
Читайте нас: