Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
23 Октябрь 2018, 17:47

Башҡортостанда «Урындағы мәҙәниәт йорто» бөтә Рәсәй проекты тормошҡа ашырыла

Һуңғы йылдарҙа төрлө программаларҙа ҡатнашып, районда ремонт эштәрен күберәк башҡарырға була. Быйыл Яңы Ҡайынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто ла үҙенең матди-техник базаһын нығытыу мөмкинлеген алды – ул «Урындағы мәҙәниәт йорто» программаһына инде.

Бының өсөн йыл башында мәҙәниәт йорто һәм район хакимиәтенең ярҙамы менән кәрәкле документтар йыйылды, проекттар рәсмиләштереп, тикшереүгә тапшырылды. Нәтижәләр оҙаҡ көттөрмәне – мартта ауыл мәҙәниәт йортоноң ағымдағы ремонт үткәреүҙе һәм матди-техник базаны нығытыуҙы күҙаллаған программаға инеүе мәғлүм булды.
– Мәҙәниәт йорто 1999 йылда уҡ асылған, шул ваҡыттан уға күп тапҡырҙар ремонт үткәрелгән. Шулай ҙа ваҡыт үҙенекен итә – мәҙәниәт йортона капиталь ремонт күптән кәрәклеге көн кеүек асыҡ ине. Түбәнән һыу аҡҡанға, бүлмәләрҙең стеналары йәмһеҙләнде. Былтыр түбә алыштырыу буйынса ҙур эш башҡарылды – уны район үҙ өҫтөнә алды. Ә беҙҙең «Урындағы мәҙәниәт йорто» программаһына инеүебеҙ ҡалған проблемаларҙы ла хәл итәсәк, – ти мәҙәниәт йорто мөдире Ралина Мөхәсимова.
Ысынлап та, программа буйынса бүленгән 1 миллион 66 мең һум аҡса мәҙәниәт йортона нығынып ҡалырға мөкинлек бирәсәк. Матди-техник базаны яңыртыуға, район да 125 мең һум бирә. Шуға күрә бында барлыҡ бүлмәләргә лә ремонт яһарға булғандар – бүленгән аҡса был эштәргә лә етә.
Йәй аҙағында аҡса күсеү менән, мәҙәниәт йортонда ремонтҡа тотонғандар. Эштәрҙе башҡарыуға тендерҙы шәхси эшҡыуар Клятышев отҡан.
– Тиҙ һәм сифатлы эшләйҙәр – тип баһа бирә уларға Ралина Риф ҡыҙы. – Улар барлыҡ бүлмәләрҙә лә ағартыу, буяу эштәрен башҡара. Тағы ла тәҙрәләрҙе ремонтлау ҡаралған, һалҡындарға тиклем эшләп бөтөрөргә кәрәк. Шулай уҡ сәхнәне яҡтыртыу системаһы алыштыраласаҡ. Сәхнәнең биҙәлеше лә яңыртыласаҡ – был маҡсатҡа 120 мең һум аҡса ҡаралған.
Әлегә коридорға, хореография бүлмәһенә, тантаналар залына ремонт яһалған, фойела, тамашасылар залында һәм грим яһай торған бүлмәлә эштәр тамаланған.
Клубҡа шулай уҡ яңы мебель да ҡайтарыласаҡ. Гардероб бүлмәһе өсөн шкафтарға заказ бирелгән. Видеопроекторҙар һәм телевизорҙар һатып алына. Музыка ҡоралдары өсөн 580 мең һум аҡса бүленгән.
Ремонттан тыш, мәҙәниәт йортонда бөтөнләй яңы йүнәлеш ҡаралған – бында тренажер залы буласаҡ. Әлеге ваҡытта шуның өсөн тәғәйенләнгән бүлмәгә ремонт яһала, артабан тренажерҙар урынлаштырыласаҡ. 238 мең һумға улар алынған да инде. Тиҙҙән ауыл халҡы бында йөрөй башлаясаҡ.
«Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты ярҙамында Башҡортостан район-ҡалаларының 32 мәҙәниәт йорто яңы концерт миҙгеленә яңырып инәсәк. «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты ауыл клубтарын һәм мәҙәниәт йорттарын үҫтереүгә һәм уларҙың матди-техник базаһын яңыртыуға йүнәлтелгән. Һәр мәҙәниәт йорто төрлө кәрәк-яраҡҡа: ут һәм тауыш ҡорамалына, сәхнә кейеменә, музыка ҡоралдарына, мебелгә, костюмдарға, инвентарға 1 миллион һум самаһы аҡса аласаҡ. Проект 2017 йылдан 2019-ға тиклем өс йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ.
Читайте нас: