Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова хәбәр итеүенсә, киләһе йылға бюджет 20 миллиард һум дефицит менән күҙалланған: килем 172,2 миллиард һәм сығым – 192,2 миллиард (быйыл сығым – 186 миллиард).
Түләүһеҙ иғәнәләр (федераль бюджет субсидиялары) – 35 миллиард һум, һалым һәм һалымға ҡарамаған иғәнәләр 138,2 миллиард (2020 йылда – 143,5 миллиард, 2021 йылда 151,3 миллиард һум йыйыу күҙалланған) тәшкил итәсәк.
Бюджеттың өстән ике өлөшө социаль әһәмиәттәге сығымдарға йүнәлтелгән.
Республикала һаулыҡ һаҡлауға 74 миллиард һум йүнәлтелә, уларҙан 20 миллиард – тармаҡтың финанс яҡтан тәьмин ителешенә, 7 миллиард – социаль хәүефле ауырыуҙарҙы асыҡлауға һәм дауалауға (туберкулез, ВИЧ, психик һәм наркологик ауырыуҙар), 2 миллиард (2018 йылға ҡарағанда 700 миллионға күберәк) – льготалыларға, шул иҫәптән һирәк ауырыу менән яфаланыусыларға дарыу алыуға, 1 миллиард – мотлаҡ медицина страховкалауҙың төп программаһына инмәгән юғары технологик операциялар башҡарыуға.
90 миллиард һум эш хаҡы фондына бүленә.
Ауыл хужалығы ағымдағы йыл менән сағыштырғанда аҙыраҡ сумма менән финанслана – 5,6 миллиард һум. 2018 йылда техника һәм тоҡомло мал һатып алыуға күп аҡса бүленде, тип аңлатты министр вазифаһын башҡарыусы.
Торлаҡ-коммуналь хужалығына 3,6 миллиард бүленә, уларҙан 2,4-е – һыу һәм йылылыҡ тәьминәтенә.
Республиканың юл фондына киләһе йылдан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғанға штрафтар йүнәлтелә башлай. Был статья буйынса 1,6 миллиард һум аҡса инеүе күҙаллана. 2019 йылда тотош юл инфраструктураһына 18 миллиард һум бүленә.
Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов бюджет проектын хуплауҙы һораны, ул «күп тапҡыр тикшереү үтте, ысынбарлыҡҡа ярашлы һәм үтәлә ала тип һанала. Алдан бындай дефицит һалынмаһа ла, ул социаль проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелеүе мөмкин резервтар менән тәьмин ителгән», — тип билдәләп.
Бюджет социаль булырға тейеш тә, ә өҫтәмә сараларҙы, федераль хөкүмәт менән тығыҙ эшләп, эҙләп табырға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.