Инде оҙаҡ йылдар дауамында арымай-талмай хеҙмәт иткән коллегабыҙҙың юбилейы яҡынлашыуы тураһында белгәс, ҡыҙҙар менән аҡса йыйып, ҙур ғына бүләк алырға ҡарар иттек. Аҡса һалынған конвертты үҙ яуаплылығыма алып, өҫтәл тартмаһына һалып ҡуйҙым.
Ике-өс көндән һуң ҡыҙҙар бүләк һайларға магазинға барырға булды. Теге конвертты бирәйем әле, тип тартманы асһам, унан елдәр иҫкән! Ул ваҡытта нимә уйлағандарымды белһәгеҙ! Хеҙмәттәштәрем ауыр хәлемде күргәс, конвертты эҙләргә ярҙамлашырға тотондо. Тик кабинеттағы бөтә ерҙе аҫтын-өҫкә килтерһәк тә, ул килеп сыҡманы. Инде ни эшләргә? Шул ваҡыт кемдер күрәҙәсегә барып ҡайтмайһыңмы һуң, тигән кәңәш бирҙе (сараһыҙлыҡтан ундай кәңәш тә аҡыллы булып күренә икән). «Аптыраған өйрәк арты менән күлгә сума»,- ти. Кәрт асыусыларға бер ҡасан ышанмаһам да, башҡаса хәлдән сығыу юлы күренмәгәс, был тәҡдимгә риза булдым.
Тупһаны атлағас та, сәстәренә сал инеп өлгөргән апай ни йомош менән килгәнемде һорашты. Һөйләп биргәс, конвертты һалған тартма бикле инеме, буталып китеп, башҡа урынға ҡуйманыңмы, тип төбөнә тоҙ ҡуйҙы. Шунан ғына инде ул ул кәрт асырға тотондо. Бик оҙаҡ уларҙы бер өҫтәлгә йәйеп, бер кире йыйып маташҡандан һуң, «король» кәртен тартып сығарҙы. Уның һүҙҙәренә килгәндә, йыйылған аҡсабыҙҙы кабинеттан урта йәштәрҙәге бер ир урлап алып сығып киткән. Өҫтәүенә, ул кеше гел машинала йөрөй, үҙе менән һәр ваҡыт фотоаппарат, телефон кеүек әйберҙәр йөрөтә икән. «Аҡсаң тураһында онот, кире ҡайтмаясаҡ», – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, мин, башымды эйеп, эшкә таба атланым. Инде ни эшләргә? Барыһын да ҡыйын хәлдә ҡалдырам бит әле… Үҙ кеҫәмдән түләргә тура килер инде…. Уйҙарыма сумып, килеп еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ихатала водителебеҙ ниндәйҙер моңло көй көйләй-көйләй эш машинаһын йыуа. Шул саҡ күрәҙәсенең «ул гел генә машинала йөрөй» тигән һүҙҙәре келт итеп иҫемә төштө. Үҙ уйҙарымдан үҙем ҡурҡып, баҫҡысҡа табан атланым. Ни аяныс, ишектән фотохәбәрсебеҙ сығып килә. Күҙем муйынына аҫып ҡуйған фотоаппаратҡа төштө. Юҡ булмаҫ, тип уйлай-уйлай тиҙерәк инеп китергә ашыҡтым.
Инеүемә кабинетыбыҙ шау-гөр килеп тора ине. Мин булмағанда ҡыҙҙар ҡабат тартмаларҙы ҡарап сығып, теге конвертты табып алған. Ике аралыҡҡа төшөп ҡыҫылғанға беҙ уны күрмәгәнбеҙ икән. Эй шундағы һөйөнөүемде белһәгеҙ! Тағы ла ундай-бындай нәмә килеп сыҡҡансы тип, шунда уҡ магазинға бүләк алырға киттек.
Коллективта был хәлде бик оҙаҡ анекдот урынына һөйләп иҫкә ала торған булдыҡ. Хәҙер иҫкә алыуы рәхәт, тик шул ваҡытта водителебеҙ менән фотохәбәрсебеҙгә күҙ ҡырыйы менән ҡарап, насар уйҙар уйлағаным өсөн бөгөн дә ҡыйын булып ҡуя.
Ғәҙәттә, күрәҙәселәргә урынһыҙ шикләнеүҙән, бөгөнгө көнө менән түгел, киләсәктә тыуырға тейешле проблемаларҙы көтөп йәшәүселәр, йәки ысынлап та ҡыйын хәлдә ҡалыусылар мөрәжәғәт итә. Күптәр өсөн был юл һуңғы сара булып тора. Белгестәр фекеренсә, күрәҙәселәр кешенең ошо хәле менән файҙалана ла инде. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: күрәҙәсе (халыҡта уның тураһында ниндәй генә яҡшы һүҙҙәр йөрөһә лә) һеҙгә ирегеҙҙе лә ҡайтармай, эш тә табып бирмәй, кейәүгә сығырға ла ярҙамлашмаясаҡ. Үҙ тормошобоҙҙо беҙ үҙебеҙ генә үҙгәртә алабыҙ. Халыҡ та бит, «Күрәҙәсегә барма, башыңа ҡайғы алма»,- тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Бәлки, минең фекерем менән килешмәүселәр барҙыр?..