Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
25 Октябрь 2018, 17:37

Салауат Хәмиҙуллин нефтекамалар менән осрашты

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле тележурналист, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин халҡыбыҙ өсөн бик мөһим һәм кәрәкле эшен уңышлы дауам итә. Күптән түгел билдәле «Башҡорт ырыуҙары тарихы» китаптар серияһы авторы нефтекамалар менән осрашыуға килде. Был Гәрәй башҡорттары ерендә тарихсының өсөнсө тапҡыр осрашыуы.

Сараны Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторҙо, ул башҡорт теле һәм мәҙәниәте айлығы сиктәрендә, ҡала Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында үтте. Беренсе һанлы гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Роза Дияс ҡыҙы Хөснуллина башҡарыуындағы «Уралым» йыры сараға тағы ла патриотик рух өҫтәне.
Музейҙың тамашасылар залында ултырыр урын юҡ. Өҫтәлмә ултырғыстар индереп, сараға килгән тамашасыларҙы ултырталар. Шуныһы сикһеҙ һоҡландырҙы: йәше-ҡарты тамырҙарын белергә атлығып тора, тимәк улар тарихҡа битараф түгел, тигән һүҙ. Был тарихсы телмәр тотҡанда, уны бүлдереп, бер-бер артлы биргән һорауҙарҙа, һәм шул рәүешле докладтың йәнле әңгәмәгә әйләнеп китеүендә лә күҙгә ташланды.
Эйе, тарихты һыҙып ташлап та, онотоп та булмай. Ул – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың үткәне, беҙҙең бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ.
– Бөтә төньяҡ-көнбайышта тап Нефтекама ҡалаһында башҡорт ырыуҙары менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларыбыҙҙы таптыҡ, – ти Салауат Ишмөхәмәт улы. – «Башҡорт ырыуҙары тарихы» проекты 2014 йылда башланғайны. Билдәле булыуынса, башҡорт халҡы 40-тан артыҡ ырыуҙы берләштерә һәм был ырыуҙарҙың тарихын бер генә китапҡа һыйҙырып бөтөп булмай. Ниндәй генә ырыуҙы алһаҡ та, уның быуаттар төпкөлөнән килгән тарихы бар. Китап яҙырға этәргес яһаусы тағы ла бер нәмә – ул күптәрҙең үҙ ырыуҙарының исемен дә, тарихын да белмәүе. Халыҡ араһында сығыш яһап йөрөй башлағас, беҙ быға тағы ла бер тапҡыр инандыҡ, - ти тарихсы. - Мәҫәлән, һеҙ йәшәгән Нефтекама – Гәрәй башҡорттары ере.
Был турала, ғалимдар, тарихсылар ғына хәбарҙар, ә ябай халыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғлүмәтһеҙ булып ҡала бирә.
Тарихсының бындай мәғлүмәте залда ултырғандарҙы тағы ла ҡыҙҡһындыра. Улар араһында: «Мин фәлән райондан, ниндәй ырыуҙан булам», «Ә беҙҙең ауылда ниндәй ырыу халҡы йәшәй?», «Типтәрҙәр, мишәрҙәр, болғарҙар тураһында ла һөйләгеҙ әле» – тигән һорауҙар яуа. Тарихсы бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырмай, бөтәһенә лә ентекле яуап бирә. Баҡтиһәң, Гәрәй башҡорттары Краснокама, Ҡалтасы, Яңауыл, Тәтешле, Илеш һәм Татарстан Республикаһының Аҡтаныш райондарын биләй икән.
«Яҡын тирәләге райондарҙа тағы ла ниндә ырыуҙар йәшәй?» тип һорау яңғырай залдан. Салауат Ишмөхәмәт улы ырыуҙар тарихын яттан белә. Улар тураһында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Иң ҙур ырыуҙарҙың береһе – Йыландар, – ти ул. Улар күпләп Илеш, Дүртөйлө, Борай, Йәрмәкәй райондарында йәшәй. Йәлдәктәр Борай, Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондарын биләй. Ҡырғыҙ ырыуы ла киң билдәле, уларҙың вариҫтары Илеш, Баҡалы, Шаран, Татарстан Республикаһының Аҡтаныш, Мөслим райондарында көн итә…
Китаптарҙың төҙөлөшө, йөкмәткеһенә килгәндә, улар ифрат ҡыҙыҡлы. Уларҙа ырыу тарихы менән бергә телгә, урындағы һөйләшкә, фольклор өлгөләренә ярайһы уҡ ҙур урын бирелгән. Милли үҙенсәлекте билдәләүгә арналған өлөш тә иғтибарға лайыҡ. Теге йәки был ырыу вәкилдәренең ҡайһы биләмәләрҙә көн итеүе билдәле ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары тарихы»на һәм һуңғы йылдарҙағы яңы мәғлүмәттәргә таянып күрһәтелгән. Уҙған быуаттарҙағы ревизия, Совет осорондағы халыҡ һанын алыу кампанияһы мәғлүмәттәре, бихисап архив документы күсермәләре йөкмәткене тулыландыра, уйҙырмаларға, теге йәки был ырыу тарихын боҙоп йә кемгәлер кәрәкле юҫыҡта күрһәтеүгә урын ҡалдырмай. Ҡыҫҡаһы, тамырын белмәгәндәр, ете быуын ата-бабаһының исемен атай алмағандар өсөн был күп томлы хеҙмәт – ифрат файҙалы ҡулланма. Тап ошо дөйөм фекер тарихсының сығыштында, йәнле аралашыуҙа иғтибар үҙәген биләне.
Сара аҙағында бында килеүсе һәр кем китаптың үҙе теләгән томын бүләккә алды.
Читайте нас: