Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙең һуңғы көнөндә ҡар яуыуы ихтимал. Юлдарҙың айырым өлөштәрендә төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ бер градус йылы, төндә туғыҙ градус һыуыҡ, айырым райондарҙа 13 градусҡаса түбәнәйәсәк.