«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы D категориялы водителдәр һәм кондукторҙар йыйыу тураһында иғлан итте. Тәүгеләренә — 40 мең һумғаса, контролерҙарға 25 мең һумға тиклем эш хаҡы вәғәҙәләйҙәр. Тулы социаль пакет, ҡала буйлап эш урынына бушлай йөрөтөү, койка-урын, һығылмалы график гарантиялана.
Предприятиела әйтеүҙәренсә, дәүләт ташыусыһы сменалап эшләүгә күсә, күсмә составты арттыра, паркты яңыртыуҙарын көтә, шуға бәйле хеҙмәткәрҙәр талап ителә лә инде.
Башҡортостан властары Өфөлә һәм республикала пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип урынлаштыра башланы. Эшһеҙ ҡалған водителдәргә ҡала властары легаль йәки дәүләт ташыусыларына эшкә урынлашырға тәҡдим итә.
Бының өсөн өсөн 8 (347) 262-50-50 (2-41, 2-26); 8-937-490-23-24; 8 (347) 284-87-27; 8-917-806-70-23; 8 (347) 223-04-55; 8-905-358-82-21 һандарына шылтыратырға кәрәк.