Башҡортостан халҡы яңы 2019 йылда барлыҡҡа киләсәк ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса яңы хеҙмәткә түләүгә льготаға иҫәп тота ала.
Ҡануниәт тарафынан ҡаралған бер нисә социаль ярҙам сараһы бар. Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге мәғлүмәте буйынса, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсациялар һәм субсидиялар формаһында кире ҡайтарыла. Льготалы категорияларға күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, яңғыҙ пенсионерҙар һәм башҡа социаль яҡланмаған граждандар категориялары ҡарай. Субсидия менән кемдәрҙең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн стандарт хаҡтан сығып иҫәпләнгән түләүгә сығымдары ғаиләнең бөтә килемендә ошо хеҙмәттәр төрөнә мөмкин булған иң ҙур сығымдар өлөшөнән артып киткән шулар ҙа файҙалана ала. Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн ул – 15%, яңғыҙ пенсионерҙар өсөн – 18%, башҡа граждандар категориялары өсөн – 20%
Айлыҡ аҡсалата компенсация алыуға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән кешеләр, хеҙмәт ветерандары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр, радиация йоғонтоһона эләккән граждандар, айырым күп балалы ғаиләләр категориялары хоҡуҡлы. Ул республикалағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренең стандарт хаҡына өс һәм унан күберәк кешенән торған ғаиләнең бер ағзаһына ҡарата процент нисбәтендә билдәләнә. Был стандарттарҙы республика хөкүмәте йыл һайын һәр муниципаль берәмек буйынса билдәләй.
Айлыҡ аҡсалата компенсация йәки субсидия алыу өсөн йәшәү урыны буйынса Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына, йә күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә, йә иһә ғаризаны республика порталы аша электрон формала тапшырырға кәрәк. Кәрәкле документтар теҙмәһе Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сайтында урынлашҡан. Шунда уҡ «онлайн-калькулятор» ярҙамында яҡынса субсидия дәүмәлен иҫәпләргә мөмкин. Социаль ярҙам сараларын күрһәтеү шарттары һәм тәртибе, кәрәкле документтар теҙмәһе менән танышырға «интерактив онлайн-консультант» ярҙам итә. «Граждандарҙы ҡабул итеү» функцияһы менән Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдары белгестәренә алдан яҙылырға мөмкин.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстарҙың булмауы айлыҡ аҡсалата компенсация һәм субсидия алыу өсөн төп шарт булып тора.
«Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә» тигән яҙыу 2019 йылдың февраленән газ, һыу һәм электр энергияһы өсөн түләү менән оҡшаш түләү ҡағыҙында яҙыла башлай. Иҫәп электр энергияһы өсөн түләү күләме менән бер квитанцияла яҙыла. Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, күп фатирлы йортта йәшәүсе бер кешегә яҡынса түләү – айына 140,92 һум, шәхси йортта йәшәүсегә айына 200,54 һум тәшкил итә.