Ғәҙәттә, кишер япрағын ашамайбыҙ. Әммә кишергә ҡарағанда уның япрағында селен күберәк. Көнөнә салатҡа, ашҡа ҡушып бер генә йәш япраҡты ашаһаң да, организм өсөн кәрәкле бер көнлөк норма килеп сыға. Ә кишер япрағы төнәтмәһе бөйөр ауыртҡанда организмдағы артыҡ һыуҙы ҡыуҙыртыу өсөн файҙалы, шулай уҡ геморройҙан да ярҙам итә. 2,5 ҡалаҡ япраҡ онтағын 0,5 литр ҡайнар һыуға һалып, таҫтамал менән урап 3 – 4 сәғәт тотор¬ға. Һуңынан сәй урынына берәр стакан эсергә мөмкин. Төнәтмәне һыуытҡыста ике тәүлек һаҡларға була.