Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
8 Ноябрь 2018, 15:20

Машинаны ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә ваҡыт

Машинаны тейешенсә ҡарап йөрөтһәгеҙ, ул һирәк ватыласаҡ.

Тышта көҙ, машинаны ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә ваҡыт. Майын, свечалар, сымдарҙы алмаштырырға, аккумуляторҙы тикшерергә, анти-фриздың тығыҙлығын үлсәргә кәрәк. Тормоз шыйыҡсаһына ла иғтибар биреү мотлаҡ, юғиһә күптәр уны тикшермәй. Тормоз шыйыҡсаһы үҙенә дым тартырға һәләтле, шуға күрә тормоз цилиндрҙары туңыуы ихтимал. Шулай уҡ юл үтеү тәртибе буйынса газ бүлеү механизмының ҡайышын тикшерергә кәрәк. Әгәр ҙә етештереүсе регламентта 70 мең километр һалһа, беҙҙең климат шарттарында һәр 50 мең йәиһә дүрт йыл һайын ҡайышты алмаштырып торорға кәрәк. Машинаны тейешенсә ҡарап йөрөтһәң, ул һирәк ватыласаҡ.
Читайте нас: