Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
9 Ноябрь 2018, 15:15

Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә

Туғыҙынсы ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы торор.

Тәбиғәт күренешен күҙәтеү — быуын-быуындан килгән ғәҙәт. Шуны билдәләргә кәрәк: күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә.
Туғыҙынсы ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы торор.
Ҡыр ҡаҙҙары йылы яҡҡа киткәндә түбән осһа, тиҙҙән ҡар яуыр.
Көҙ көнө ҡуяндар бер эҙҙән йөрөһә, ҡышын ҡар күп булыр.
Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.
Ҡаҙҙар, өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһалар, көн йылынасаҡ һәм буран булыуы ихтимал.
Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.
Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ булыр, төндә яуһа йылы килер.
Әгәр беренсе ҡар ваҡ бөртөклө яуһа, яҙын ҡар тиҙ иремәҫ, йәй яғырлы булыр, ашлыҡ-бесән яҡшы уңыр.
Ҡоштар китеүе һуңлаһа, йылы көҙ, йомшаҡ ҡыш көтөлә.
Көҙөн япраҡтар ҡойолоу тиҙ үтә икән, ҡыш ҡаты була.
Миләш, имән сәтләүеге уңһа,ҡыш һалҡын килә.
Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.
Читайте нас: