Ҡымыҙ борон-борондан башҡорт халҡының бәрәкәтле, шифалы эсемлектәренең береһе булып тора. Башҡорттар элек яҙ етеү менән йәйләүгә сығып йәй буйы ҡымыҙ эскән, шуның арҡаһында ла уларҙың һаулығы ныҡ булған, төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармағандар. Сөнки ҡымыҙ еңел үҙләштерелә торған аҡһымдарға, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай.
Ҡымыҙҙың кеше организмына булған тәьҫире күп төрлө. Был эсемлек, башҡа дарыуҙарға ҡарағанда, тиҙ арала аппетитты яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Ҡымыҙ нервы системаһына, йөрәккә ыңғай тәьҫир итә, тын алышын көйгә һала. Унда витаминдар, ферменттар, ә иң мөһиме — туберкулез һәм эсәк инфекцияһын тыуҙырыусы вирустар менән көрәшеүсе матдәләр бар. Ҡымыҙ еңмәгән сирҙәрҙе һанап бөтөүе лә ҡыйын.
Был шифалы эсемлек ашҡаҙан, үпкә, йөрәк ауырыуҙарын, нервы һәм эндокрин системаларын дауалауҙа, матдәләр алмашыныуын көйләүҙә, иммунитетты нығытыуҙа яҡшы дауа булып тора.
Берәүҙәр әсерәген, икенселәр – сөсөрәген ярата уның. Башҡортостанда ҡымыҙ хәҙерге көндә яңынан популярлыҡ яулай башланы. Хәҙер ҡала супермаркеттарында уны йыл әйләнәһенә һатып алып эсергә була. Йәй көнө ҡымыҙ бигерәк тәмле була. Халҡыбыҙҙың борондан килгән бәрәкәтле, шифалы эсемлеге – ҡымыҙҙы эсеп тәндәрегеҙгә көс-ҡеүәт алырға онотмағыҙ.