Ҡурай
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
11 Ноябрь 2018, 18:19

Автомобилдәр тәҙрәһен таҙартыу өсөн шыйыҡсаны нисек һайларға?

Халыҡ телендә йөрөтөлгән незамерзайка һаулыҡҡа зыян килтереүе мөмкин.

Магазиндарҙа автомобиль тәҙрәләрен таҙарта торған шыйыҡсылар күпләп һатыла. Ҡайһы бер водителдәр туңмай торған шыйыҡсаны машиналарына ҡойоп, һуңынан сәләмәтлектәренә зарланып, табиптарға мөрәжәғәт иткәне бар. Нисек халыҡ телендә йөрөтөлгән незамерзайканы һатып алырға һәм һаулыҡҡа зыян килтермәҫкә.
2000-се йылдар башында туңмай торған шыйыҡсаларҙы метил, этил һәм изопропил спирты нигеҙендә етештерҙеләр. Уларҙың ҡайһы берҙәре тыйылғас, хәҙер, изопропил спирты менән генә эшләйҙәр. Барыһы ла законлы, тип белдерә юл буйында торған сауҙагәрҙәр. Туңмай торған шыйыҡса составында ғәҙәттә спирт, һыу, таҙарта торған матдәләр, ароматизатор һәм буяу була. Белгестәр автомобиль тәҙрәһен таҙарта торған шыйыҡсаны һатып алғанда һелкетеп ҡарарға тәҡдим итә. Әгәр, ул күперһә, тимәк сифатлы шыйыҡса. Бынан тыш, һауыт төбөндә төрлө ҡалдыҡтар йөҙөп йөрөргә тейеш түгел. Метанол – кеше сәләмәтлеге өсөн ныҡ зарарлы икәне барыһына ла билдәле. Мәҫәлән, кеше күреү һәләтен юғалтыуы мөмкин, ә ауыҙ иткән осраҡта, бөтөнләй донъя менән хушлашыуың ихтимал. Һуңғы йылдарҙа туңмай торған шыйыҡсаларҙың законһыҙ етештерелгәне кәмене. Ләкин, ҡайһы бер урындарҙа ғүмер өсөн хәүефлеләре осрауы мөмкин. Белгестәр автоһәүәҫкәрҙәргә әле лә иғтибарлы һәм уяу булырға кәңәш итә.
Читайте нас: