Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
11 Ноябрь 2018, 20:51

Мең дǝ бер кǝңǝш…

Тормошто еңелǝйтǝм тигǝндǝр ҡолағына

✦Яҡын кешегеҙгә нимә бүләк итергә белмәйһегеҙме? Уға бүләк алыуығыҙ хаҡында әйтегеҙ һәм уның нимә икәнлеген белергә ҡушығыҙ. Ғәҙәттә, кеше хыялындағы әйберҙәрҙе һанарға керешә. Һеҙгә тиҙ арала шуларҙың береһен һатып алырға ғына ҡала.
✦ Шкафтағы, аяҡ кейемендәге ауыр еҫте бөтөрөү өсөн унда 2 – 3 пакетлы сәй һалығыҙ. Ә яңы һатып алын­ған әйберҙәге “фабрика еҫе”нән ҡотолоу өсөн уны гәзиткә урағыҙ.
✦ “Звездочка” бәлзәменең еҫе йорт хайуандарына оҡшамай. Уны мебелгә, шкафҡа һ.б. һөртһәң, бесәй-этегеҙ унда яҡынламаҫ.
✦ Ҡырҡылған сыр һыуытҡыста кипмәһен йәки күгәрмәһен өсөн уға бер аҙ аҡ май яғырға кәрәк.
✦ Табала тәүҙә тоҙ ҡыҙҙырһағыҙ, ризыҡ уның төбөнә йәбешмәҫ.
✦ Төймәләрегеҙ төшөп йонсотмаһын тиһәгеҙ, ептәренә төҫһөҙ тырнаҡ лагы һөртөп сығығыҙ.
✦ Мөһим шылтыратыуҙы ишетмәй ҡалыуҙан ҡурҡаһығыҙмы? Кеҫә телефонын тәрән тәрилкәгә һалығыҙ, шул саҡта уның тауышы көслөрәк яңғыраясаҡ.
✦ Картуф чипсылары тәмле, әммә зарарлы ризыҡ һанала. Ашамағыҙ уны, шулай ҙа файҙаһын күрегеҙ: утын өҫтөнә чипсы һалып ут төртһәгеҙ, усаҡ тиҙ генә тоҡанып китер.
✦ Иртәнсәк бер ҙә торғоғоҙ килмәйме? Күҙ­ҙәрҙе ауырттырғансы ныҡ итеп йомоғоҙ ҙа егермегә тиклем һанағыҙ. Ғәҙәттә, йоҡо шундуҡ оса. Тик һанаған ваҡытта кире ойоп китмәгеҙ.
Читайте нас: