Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
12 Ноябрь 2018, 19:32

Радий Хәбиров күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға ҡушты

Оператив кәңәшмәлә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп функциялы үҙәктәрҙең эшенә ялыуҙар буйынса мәсьәләне күтәрҙе

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын йөкләмәгә ярашлы арттырырға кәрәк, тип белдерҙе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. Бынан алдағы ултырышта төбәк етәксеһе граждандарҙың Күп функциялы үҙәктәрҙең эшенә ялыуҙар буйынса мәсьәләне күтәрҙе. Халыҡҡа бик оҙаҡ көтөргә тура килә.Тикшереү күрһәтеүенсә, Ишембайҙа, мәҫәлән, көтөү ваҡыты уртаса 97 минут, Ҡырғыҙ-Миәкәлә — 71, Иглиндә — 67, Иҫке Собханғолда — 54, Благовещенда 46 минут тәшкил иткән. Республика буйынса кешеләр сираты еткәнен уртаса 29 минут көтә, ә норматив 15 минут булырға тейеш.
Проблеманың төп сәбәбе — кадрҙарҙың етмәүе һәм йыш алмашыныуы. Әйтәйек, Ишембай районы хакимиәте башлығы Марс Ғайсин һүҙҙәренсә, урындағы Күп функциялы үҙәккә 40% хеҙмәткәрҙәр етешмәй. Ағымдағы йылда 17 хеҙмәткәр эшкә алынған, йөкләмәнең юғары һәм эш хаҡының аҙ булыуы (уртаса 16,6 мең һум) сәбәпле 14-е эшен ҡалдырған. Ә район буйынса уртаса эш хаҡы — 30 мең һум.
Күп функциялы үҙәк темаһы өсөн яуаплы премьер-министр Илшат Тажетдинов хәбәр итеүенсә, хөкүмәттең үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эшенә түләүҙең яңы системаһын индереү тураһында ҡарар проекты әҙерләнгән. Ул мотивацияға нигеҙләнгән: хеҙмәт хаҡы башҡарылған эштең күләменә һәм сифатына бәйле була.
Күп функциялы үҙәк сифатлы эшләһен өсөн ведомство-ара электрон үҙ-ара эш итеүгә күсеү буйынса күләмле эш башҡарырға кәрәк, тип билдәләне ул. Яңы айырым бүлектәр асыуға килгәндә, уларҙың эше өсөн юғары тиҙлекле интернет кәрәк, республиканың барлыҡ мөйөштәрендә лә бындай мөмкинлек юҡ.
Күп функциялы үҙәктең эшен сираттағы тикшереү 2019 йылдың 28 ғинуарына билдәләнгән. «Был республика структураһы булыуға ҡарамаҫтан, биләмәгеҙҙә барған хәлдәр өсөн тәү сиратта һеҙҙән һорайым, шунан ғына хөкүмәт ағзаларынан», — тип мөрәжәғәт итте төбәк етәксеһе муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарына.
Башҡортостанда Күп функциялы үҙәктең 74 офисы һәм 475 территориаль айырымланған структур бүлексәһе эшләй, тәҙрәләрҙең дөйөм һаны — 1273. Төбәк халҡының 99 % «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә. 2018 йылда Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең социаль ярҙам сараларын күрһәтеү тураһында белешмәләр буйынса функцияларының бер өлөшө Күп функциялы үҙәккә тапшырылды.
Читайте нас: