Ҡурай
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
17 Ноябрь 2018, 23:36

Башҡортостан менән Татарстанды тоташтырған күпер дөйөм көс менән ремонтланасаҡ

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күрше республиканың сик буйы районы етәксеһе менән тап ошонда осрашып һөйләште.

Ыҡ йылғаһы аша һалынған күпер 1948 йылда немец хәрби әсирҙәре тарафынан төҙөлгән. 70 йыл эсендә ул бик иҫкергән, төҙөкләндереү талап итә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күрше республиканың сик буйы районы етәксеһе менән тап ошонда осрашып һөйләште.
Радий Фәрит улы күперҙе бергәләп ремонтларға кәрәклеген, был йәһәттән Татарстан етәкселеге менән кәңәшләшәсәген белдерҙе. Төҙөкләндереүгә "Башнефть" йәмғиәте йәлеп ителәсәк.
Читайте нас: