Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
18 Ноябрь 2018, 16:30

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә.

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән епшек ҡар яуа, боҙлауыҡ була. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ плюс 2 градустан минус 3 градусҡаса.
19 ноябрҙә, дүшәмбелә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә минус 5-10 градус, айырым райондарҙа минус 15-кәсә. Көндөҙ йылыраҡ - плюс 1-ҙән минус 4 градусҡаса.
20 ноябрҙә урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуасаҡ, көнбайыштан талғын ел иҫәсәк. Төндә 6-11 градус һалҡын, урыны менән минус 16-ғаса. Көндөҙ һауа температураһы плюс 1-ҙән минус 6-ғаса, республиканың көньяғында - минус 13 градусҡаса етәсәк.
Читайте нас: