Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
20 Ноябрь 2018, 23:54

Һаҡ булығыҙ - йоҡа боҙ!

Ныҡлы һыуыҡтар башланғансы боҙ йоҡа була.

Ныҡлы һыуыҡтар башланғансы боҙ йоҡа була. Кистәрен һәм төндә туңған боҙ бер аҙ күтәрә әле, әммә көндөҙ ағын һыуҙарҙан йылынып күҙәнәкләнә, ҡалынлығын һаҡлаһа ла ныҡлығы булмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был миҙгелдә һыу ятҡылыҡтарында бәхетһеҙ осраҡтар күҙәтелә. Боҙҙа үҙегеҙҙе тотоу ҡағиҙәләрен тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡараңғыла, шулай уҡ томан төшкәндә, ҡар, ямғыр яуғанда боҙға сыҡмағыҙ; боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп ҡарарға ярамай; ағас йәки саңғы таяғы менән ныҡ итеп һуҡҡандан һуң һыу күренһә – тимәк, боҙ йоҡа, уның буйлап йөрөргә ярамай; боҙ менән ҡапланған йылғаны (күлде) саңғыла үтеүе яҡшыраҡ, хәүеф килеп тыуа ҡалһа, уларҙы ташларға еңелерәк булһын өсөн был осраҡта саңғы беркеткестәрен эләктәрмәгеҙ, саңғы таяҡтарының элмәктәрен ҡулығыҙға кеймәгеҙ; атаәсәләр балаларын саңғыла, конькиҙа йөрөргә, балыҡ ҡармаҡларға ҡараусыһыҙ ебәрмәһендәр ине.
Читайте нас: