Урындағы яңылыҡтар
20 Ноября 2018, 11:57

Ирле-ҡатынлы юл фажиғәһендә һәләк булған

«Рено Сандеро» ҡаршыға килгән ВАЗ-2115 менән бәрелешкән.

20 ноябрҙә иртән Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлында «Рено Сандеро» ҡаршыға килгән ВАЗ-2115 менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында «Лада» водителе һәм уның пассажиры һәләк булған. Билдәле булыуынса, улар ир менән ҡатын. Мәрхүмдәрҙең шәхестәре асыҡлана, авария урынында дознавателдәр һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Ғәйепле водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Читайте нас