Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
20 Ноябрь 2018, 18:41

"Ҡурай"ға яҙылығыҙ, дуҫтар, велосипед һеҙҙе көтә!

“Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 велосипед” конкурсы 30 декабргә тиклем бара.

2019 йылға матбуғатҡа яҙылыу осоронда “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт-унитар предприятиеһы велосипед уйната.
“Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 велосипед” конкурсы 30 декабргә тиклем бара. Унда ҡатнашыу өсөн “Ҡурай” гәзитенә, 6 айҙан да кәм түгел ваҡытҡа яҙылырға һәм яҙылыу квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк.
“Ҡурай” Яңауыл ҡалаһы һәм районы, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалалары, Тәтешле, Краснокама, Ҡалтасы райондары гәзите. Ошо ҡала һәм райондарҙа йәшәүсе һәр кем гәзиткә яҙылып, үҙе йәшәгән төбәктә нәшер ителгән гәзит редакцияһына квитанцияның күсермәһен килтереп бирә ала. Шулай уҡ почта аша редакцияларға ебәрергә мөмкин. Квитанцияла конкурста ҡатнашыусының адресы, бәйләнеш мәғлүмәттәре булыуы мотлаҡ. Велосипед 2019 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу осоро тамамланыуға уйнатыласаҡ.
Хаҡтарҙы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: почта аша яҙылған осраҡта (индексы − 00633) ярты йылға яҙылыу − 205 һум 38 тин, гәзитте редакциянан килеп алырға теләйһегеҙ икән – 150 һум , электрон версияны һайлаған осраҡта - 168 аҡсағыҙ ҙа етә. Электрон версияға яҙылыр өсөн ошо һылтанма буйынса инергә була: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1070/
Яҙылығыҙ, дуҫтар, велосипед һеҙҙе көтә!
Читайте нас: