Ҡурай
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Ноябрь 2018, 23:12

Баш ҡалала ике йәшлек бала әсәһе менән тышта йөрөгәндә йән биргән

Фажиғә Өфөләге Комсомол урамында булған.

Фажиғә Өфөләге Комсомол урамында булған. 21 ноябрҙә көндөҙ әсә кеше ике йәшлек ҡыҙы менән 50-се поликлиника янында ял итеп йөрөгән. Ҡайһылыр мәлдә ул баланың тын алмай башлауына иғтибар иткән. Ҡатын ҡурҡышынан медицина учреждениеһына инеп ярҙам һораған.
«Ашығыс ярҙам бригадаһы килгәнсе поликлиника хеҙмәткәрҙәре реанимация үткәргән. Урынға килеп еткән «03» хеҙмәте табиптары ла реанимация сараларын дауам иткән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Өфөләге граждандарҙы яҡлау идаралығының мәғлүмәт бүлегендә.
Табиптар ярҙам итергә тырышһа ла, ҡыҙыҡайҙы ҡотҡара алмаған. Ул аңына килмәйенсә вафат булған. Хәҙер төрлө ведомстволарҙың хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиғаны тикшерә.
Читайте нас: