Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
23 Ноябрь 2018, 12:05

Алдаҡсылар тоҙаҡ ҡора

Ике әҙәм Өфө баҙарындағы һатыусыны алдап, биш мең һум аҡсаһын алған.

Эске эштәр министрлығы алдашыуҙың яңы алымы тураһында иҫкәртә.
Ошо көндәрҙә ике әҙәм Өфө баҙарындағы һатыусыны алдап, биш мең һум аҡсаһын алған. Зыян күреүсе әйтеүенсә, баҙарҙа уның янына таныш булмаған ике кеше килеп, биш мең һум ҡулаҡса биреүҙе үтенә. Имеш, үҙҙәренең бөтә аҡсаһы картала һаҡлана, яҡын-тирәлә банкомат булмағанға күрә, уны алыу мөмкинлеге юҡ. Ҡатынға ла бурысты банк картаһына күсерергә вәғәҙә итәләр. Ысынлап та, уның телефонына аҡса күсеүе тураһында смс-хәбәр килә.
Биш мең һумды алып, был әҙәмдәр юҡҡа сыға. СМС-хәбәрҙең ялған икәнлеген, уның банктан түгел, ә ябай телефон номерынан ебәрелеүен һатыусы аҙаҡ ҡына төшөнә. Алдаҡсылар тоҙағына эләккән ҡатын шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Әле тикшереү бара, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Тәртип һаҡсылары граждандарҙы һаҡ булырға, таныш булмаған кешеләргә ышанмаҫҡа кәңәш итә.
Читайте нас: