Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
23 Ноябрь 2018, 15:29

Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә

Краснокама районы Басҡытау ауылында йәшәүсе Ләйсән Дәүләтова Герой-әсә лә түгел, ҙур батырлыҡтар ҙа эшләмәгән. Үҙ иңенә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы ҙур яуаплылыҡ менән күтәреүсе әсәләрҙең береһе ул.

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмеһендә илебеҙҙә Әсәләр көнөн байрам итәбеҙ. Быйыл ул 20-се тапҡыр билдәләнә. Был көндө беҙ күп бала үҫтергән әсәләр тураһында һөйләйбеҙ һәм яҙабыҙ. Ә был юлы мин һеҙҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ябай ғына бер әсәй менән таныштырырға теләйем.
Ул Герой-әсә лә түгел, ҙур батырлыҡтар ҙа эшләмәгән. Үҙ иңенә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы ҙур яуаплылыҡ менән күтәреүсе әсәләрҙең береһе ул.
Уның менән танышыуыбыҙ ҙа осраҡлы ғына булды. Ноябрь айына бик хас булмаған ҡояшлы көндәрҙең береһендә Басҡытау ауылына юл төштө. Оло юлдан боролоуға туҡталышта баҫып тороусы бер ханымға иғтибар иттем. Ҡарап тороуға 30-35 йәштәрҙә булыр, ике ҡулына пакеттар тотҡан.
“Йөгө лә ауыр күренә, һөйләшеп барырға иптәш булыр”,- тип уйлап, машинаның тормозына баҫтым. Ханым тиҙ генә салонға кереп ултырҙы һәм ҡуҙғалып та киттек.
- Басҡытауға ҡайтаһыңмы, тиһәм, иртә әле, ҡунаҡҡа бараһыңдыр, – тип ипләп кенә һүҙ башланым.
- Юҡ, ағай, Басҡытауҙа йәшәйем мин. Әле Нефтекаманан ҡайтып киләм.
- Нефтекамаға кисә барып ҡундыңмы? – тип ҡыҙыҡһынам. Сөнки Басҡытау менән Нефтекама араһы 50 саҡрымдан артығыраҡ. Ваҡыт иһә иртәнге 11 генә тулып уҙған.
- Юк, бөгөн барып, баҙарҙа һөт-эремсектәремде һатып бөтөрөп, улдарыма күстәнәстәр алып ҡайтып киләм инде.
- Ауылдан автобус менән барҙыңмы?
- Ниндәй автобус булһын, попуткала йөрөйбөҙ.
- Бик уңған кеше икәнһең!
- Башҡаса ышаныр кешем булмағас, барыһына ла өлгөрөргә тырышам инде.
Ләйсән Дәүләтова менән шулай таныштыҡ. Ул Басҡытауҙа тыуып үҫкән. Ата-әсәһе колхоз фермаһында эшләгән. Ауыл мәктәбендә 9 синыф тамамлағандан һуң, Ләйсән дә фермала эшләй башлаған. Һыйырҙар да һауған, быҙауҙар да үҫтергән, һарыҡтар ҙа ҡараған.
Ваҡыты еткәс, үҙе менән йәнәшәлә эшләүсе ауыл егете Айзат Ғилметдинов менән сәстәрен сәскә бәйләгәндәр. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы тиерлек улдары Алмаз менән Айнур тыуған. Тулы бәхет өсөн кешегә тағын нәмә кәрәк инде!
Ләкин илдә башланған буталыштар йәш ғаиләнең бәхетенә лә балта саба. Ил етәкселегенең ауыл халҡын ер хужаһы яһайым, тигән һылтау менән колхоздарҙы көсләп таратыуы нәтижәһендә миллиондарса кеше эшһеҙ ҡала. Улар араһында Айзат та була.
Айзат Нефтекама ҡалаһындағы “Геострой” ойошмаһына эшкә урынлаша. Ләкин ауыл тормошона өйрәнгән күңеле барыбер ҡаланы үҙ итә алмай. Күңеле малдар көтөп йөрөгән болондарға тартыла. Ундай ваҡыттарҙа күпселек ир-егеттәрҙең рюмкаға үрелеүе бер кемгә лә сер түгел. Айзат та, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәмер һаҙлығына бата. Һәм шул сәбәпле бынан 2 йыл элек яҡты донъя менән хушлаша. Шулай итеп, 35 кенә йәшендә Ләйсән ике бала менән тол ҡала. Был ваҡытта инде ул да эшһеҙ була.
- Ярай әле ике улыма пенсия түләйҙәр. Шуның менән йән аҫрап йәшәргә тырышабыҙ. Ауылда эш табырмын тип уйлайһы ла юҡ. Тулы булмаған урта мәктәп булып, байтаҡ кеше унда эшләй ине. Оптимизациялау шауҡымы менән уны яптылар һәм мәктәптә эшләүселәр ҙә урамда ҡалды. Хәҙер балаларҙы автобус менән Иҫке Йәнйегет мәктәбенә йөрөтәләр. Алмаз менән Айнур ҙа унда уҡый. Өлкәне – 7-се, кесеһе 6-сы синыфта. Аллаға шөкөр, уҡыуҙарына тел тейҙерерлек түгел.
Бына шундай ауыр хәлдә ҡалған Басҡытау ауылы халҡы. Ҡалаға йөрөп эшләр инең – ара алыҫ. Хәйер, унда ла хәҙер бер кемде лә ҡосаҡ йәйеп көтөп тормайҙар. Хатта типһә тимер өҙөрлөк йәштәр ҙә эш таба алмайынса Себергә сығып китергә мәжбүр. Ә ауылдарҙа нигеҙҙә ни йәш түгел, ни ҡарт түгел кешеләр тороп ҡалды. Уларҙың Себер яҡтарына сығып китерлек сәләмәтлеге юҡ, ә пенсияға сығырға йәштәре етмәгән. Өҫтәүенә илдә йән-фарман пенсия йәшен арттырып ҡуйҙылар.
Ғалимдар раҫлауынса, халыҡтың 10 проценты ғына лидер, етәксе булыу һәләте менән тыуа, ә ҡалған 90 проценты иһә был донъяға буйһоноусы, ҡушҡанды эшләүсе булып килә. Шул сәбәпле ауылда йәшәүселәрҙең бөтәһе лә фермер йәки эшҡыуар булып китә алманы. Колхоздарҙы көсләп таратыу тураһында указға ҡул ҡуйыр алдынан ил етәкселеге ғалимдарҙың ошо иҫкәртеүен иҫәпкә алырға тейеш ине, әлбиттә.
Ауыл хужалығын иҡтисадыбыҙҙың бер тармағы булараҡ ҡына күҙаллау дөрөҫ түгел. Ауыл – ул ил халҡының бер өлөшөнөң йәшәү рәүеше. Беҙҙең Башҡортостан кеүек халҡының 40 проценты ауылда йәшәүсе төбәк өсөн ауыл хужалығының әһәмиәте айырыуса ҙур.
Ә әлегә иһә һәр кем ҡулынан килгәнсә донъя көтөргә тырыша. Күптәр мал-тыуар аҫрай. Ләйсәндең дә туйҙырыусыһы, тиһәң дә артыҡ булмаҫ – һыйыры. Басҡытау тирәһендә болондар күп. Шуға йәйге айҙарҙа һыйыр һөттө мул бирә. Уңған хужабикә уны эшкәртеп май, эремсек яһай һәм аҙнаға бер тапҡыр Нефтекама баҙарына илтеп һата. Унан әллә ни ҙур табыш ала, тип булмай, әлбиттә. Ләкин, ни әйтһәң дә, иш янына ҡуш булып ҡуя. Һыйыр янында тауыҡтарға һәм башҡа ҡош-ҡортҡа ла урын табылған. Йомортҡаның табындан артҡаны шулай уҡ баҙарға сығарыла.
Һыйыр йыл һайын быҙау килтерә. Ләйсән уны ҡышлатып һуя һәм шуның менән ғаиләне йыллыҡ ит менән тәьмин итеү мәсьәләһе сиселә. Ә картуф, йәшелсәне баҡсала үҙҙәре үҫтерә.
- Аллаға шөкөр, улдарым ҡул араһына инә башланы. Күп эште бергәләп еңәбеҙ. Ауылда һәм Ағиҙел ҡалаһында апайым һәм еҙнәм йәшәй. Улар ҙа ярҙамлаша. Ҡышҡа һыйырға бер кәбән бесәнде ауылда йәшәүсе апайым һәм еҙнәмдән һатып алабыҙ. Быйыл уларға бесән әҙерләүҙә улдарым да ярҙамлашты. Бына шулай улар бәләкәйҙән үк эшкә өйрәнеп үҫә, – тип шатлығы менән уртаҡлашты юлдашым.
Статистика раҫлауынса, бөгөн Рәсәйҙә һәр өсөнсө бала тулы булмаған ғаиләлә, нигеҙҙә әсәһе менән генә үҫә. Шулай булғас, илебеҙҙең киләсәге Ләйсән Дәүләтова кеүек миллиондарса яңғыҙ әсәләр ҡулында тиһәк тә һис арттырыу булмаҫ. Уларға сәләмәтлек һәм тормош ауырлыҡтарын еңеп үтерлек рух ныҡлығы теләйбеҙ.
Читайте нас: